20 Атабыҙ Аллаға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.
20 Атабыҙ Аллаға мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.
Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.
Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын.
Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.
Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин.
имандаштар берҙәмлегендә Ғайса Мәсих аша Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.
Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.
Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙҙе Ҡотҡарыусыбыҙ берҙән-бер Аллаға дан, мөһабәтлек, ҡөҙрәт һәм хакимлыҡ донъя яратылғансы уҡ та, хәҙер ҙә мәңге булһын. Амин.
һәм беҙҙе батшалыҡ итергә һәм руханиҙар булып Аллаға – Үҙенең Атаһына хеҙмәт итергә ҡуйған Ғайсаға мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын. Амин.
Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары бик ныҡ ҡурҡып, күктәр Аллаһын данланы.
Ул көслө тауыш менән: – Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ! – тине.
Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡлы.
Улар: – Амин! Аллабыҙға маҡтау һәм дан, тәрән аҡыл һәм рәхмәт, хөрмәт, ҡөҙрәт һәм ҡеүәт мәңгенән-мәңгегә булһын! Амин, – тинеләр.