Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 3:3 - Инжил

3 Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Ғайса Мәсих менән ғорурланыусылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 3:3
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.


Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам.


Әммә элек беҙҙе бәйләп торған ҡанунға ҡарата үлгәс, был ҡанундан азат булдыҡ һәм хәҙер Аллаға элеккесә – яҙылған ҡанун буйынса түгел, ә яңыса – Рух буйынса хеҙмәт итәбеҙ.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.


Әммә Алла һүҙе ғәмәлгә ашмай ҡалды тигәнде аңлатмай, сөнки Израилдәгеләрҙең бөтөнөһө лә ысын Израиль кешеһе түгел.


Күптәр донъя кешеләре кеүек маҡтана, шуға күрә мин дә маҡтанайым.


Рух менән йәшәйбеҙ икән, Рух буйынса эш итергә тейешбеҙ.


Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәгәндәргә һәм Алланың Израиль халҡына именлек һәм шәфҡәт булһын.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм.


Барыһына ла өлгәштем йәки камиллаштым тип әйтмәйем, әммә Ғайса Мәсих миңә эйә булған һымаҡ, мин дә быларҙың барыһына ла эйә булырға тырышам.


бүләк алыу өсөн маҡсатыма – күктәге тормошҡа ашҡынам. Унда Алла беҙҙе Ғайса Мәсих аша саҡырҙы.


Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ