Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 3:20 - Инжил

20 Беҙҙең төйәгебеҙ иһә күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Беҙҙең ватаныбыҙ – күктә. Ҡотҡарыусыны, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте беҙ күктән көтәбеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 3:20
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.


Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.


ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.


Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ күккә текәлеп тораһығыҙ? Ғайса, үҙегеҙ күргәнсә, һеҙҙең янығыҙҙан нисек күтәрелгән булһа, шул рәүештә үк яңынан киләсәк, – тине.


Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы.


Ер саңынан яратылған ниндәй, ерҙекеләр ҙә шундай. Күктән булған ниндәй, күктекеләр ҙә шундай.


Шуға ла беҙ әле күренгәнгә түгел, ә күренмәгәнгә иғтибарыбыҙҙы туплайбыҙ, сөнки күренгәне – ваҡытлыса, күренмәгәне иһә – мәңгелек.


Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.


Ә күктәге Иерусалим ирекле, ул беҙҙең әсәбеҙ.


Тимәк, һеҙ хәҙер ят һәм килмешәк түгел, ә Алла халҡының милләттәштәре һәм Уның йорто ағзалары.


Алла беҙҙе Ғайса Мәсих менән бергә үленән терелтте һәм күктәрҙә Уның йәнәшәһенән урын бирҙе.


Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,


Нисек кенә булмаһын, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә лайыҡлы йәшәгеҙ. Мин киләмме, яңынан һеҙҙе күрәмме, әллә килмәйемме – берҙәм булыуығыҙҙы һәм иңгә-иң терәп, Һөйөнөслө Хәбәргә иман хаҡына көрәшеүегеҙҙе ишетеп торорға яҙһын.


Һеҙҙең иманығыҙ һәм мөхәббәтегеҙ һеҙ өмөтләнгән һәм күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләккә нигеҙләнгән. Һеҙ был турала хәҡиҡәт һүҙендә – Һөйөнөслө Хәбәрҙә ишеттегеҙ.


Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә ышаныу менән үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.


ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.


Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.


Ә бит һеҙ Сион тауына, мәңге тере Алла ҡалаһына – күктәге Иерусалимға һәм иҫәпһеҙ-һанһыҙ фәрештәләргә килдегеҙ.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Бына Ул болоттарҙа килә, һәм Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ