Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 3:18 - Инжил

18 Күптәр Мәсихтең арҡысағына дошман булып йәшәйҙәр бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Күптәр Мәсихтең арҡысаҡтағы үлеменә дошман булып йәшәй бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 3:18
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған:


Ҙур күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде күп түгеп, йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙар эсендә Раббыға хеҙмәт иттем.


Йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы һәм өҙлөкһөҙ ғазап менән тулы.


Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.


Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,


Ундайҙар – ялған илселәр, Мәсихтең илселәре булып күренергә тырышыусы алдаҡсы хеҙмәтселәр.


Берәү көсһөҙ булһа, уның янында мин дә көсһөҙ түгелме? Берәү гонаһҡа төшөрөлһә, уның өсөн асыу менән янмайыммы?


Оло ҡайғы һәм йөрәк әрнеүе менән, күҙ йәштәремә мансылып яҙҙым мин уны, тик күңелегеҙҙе төшөрөргә тип түгел, ә һеҙгә булған көслө мөхәббәтемде белдерер өсөн.


Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар.


Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.


Алла мәрхәмәтен кире ҡаҡмайым. Әгәр кеше ҡанунды үтәү юлы менән аҡланыу таба икән, Мәсих юҡҡа үлгән булып сыға.


хөсөтлөк, эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар. Быға тиклем дә иҫкәртә килдем, йәнә иҫкәртәм: бындай юлға баҫыусылар Алла батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ.


Тирә-яҡтағыларға тышҡы яҡтан ғына яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләүселәр, Мәсих арҡысағы хаҡына үҙҙәрен эҙәрлекләмәһендәр өсөн генә, һеҙҙе сөннәтле булырға мәжбүр итергә тырышалар.


Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


бөтөнөгөҙ өсөн ҡылған доғаларымды һәр ваҡыт ҙур шатлыҡ менән башҡарам,


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы барлыҡ бындай эштәр өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Беҙ ҡайһы берҙәрегеҙҙең эшләргә теләмәүе, ялҡауланыуы, фәҡәт кеше эшенә ҡыҫылып көн үткәреүе тураһында ишетеп торабыҙ бит.


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Улар – үҙҙәренең хурлыҡлы эштәренең күбеге менән ҡапланған дауыллы диңгеҙ тулҡындары. Улар – йыһанда юғалған йондоҙҙар, улар өсөн мәңгелек ҡараңғылыҡта урын һаҡлана.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ