11 һәм нисек тә булһа үленән терелеүгә өлгәшергә өмөтләнәм.
11 Шулай мин үленән терелеремә лә өлгәшермен тип өмөтләнәм.
ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.
– Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк.
Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине.
Беҙҙең ун ике ҡәбилә, ул вәғәҙәнең тормошҡа ашыуына өмөт бағлап, көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Агриппа батша, йәһүдтәр мине шул өмөт өсөн ғәйепләй.
Гавань ҡыш үткәрергә яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Финик гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.
Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?
Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк.
Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.
Башҡаларға Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп тә уны тотмаусы булып ҡалмаҫ өсөн, тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам.
Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны үҙенең хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.
Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.
Бер кемгә лә бер нисек тә башығыҙҙы бутарға юл ҡуймағыҙ: сөнки тәүҙә кешеләр Алланан баш тартып, шунан Аллаға ҙур ҡаршылыҡ булмайынса һәм һәләкәткә дусар ителгән ҡанунһыҙлыҡ кешеһе килмәйенсә, Раббы көнө етмәйәсәк.
ә хәҙер хаҡлыҡтың еңеү тажы көтә. Уны, көнө еткәс, ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтөнөһөнә лә бирер.
Ҡайһы бер ҡатындар үлгән яҡындарын тере көйө ҡайтарып ала. Башҡалары иһә, яҡшыраҡ тормошҡа терелеүгә өлгәшеү өсөн, ҡотолоуҙан баш тартып, яза ҡабул итә.
Үлгәндәрҙең ҡалғандары иһә мең йыл үтмәйенсә терелмәне. Был – беренсе терелеү булды.