Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 3:1 - Инжил

1 Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Имандаштарым, инде шуны әйтәм: Раббыла ҡыуаныс табығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 3:1
46 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.


Рухым Алланы, Ҡотҡарыусымды уйлап шатлана,


Был ғына ла түгел әле, Мәсих аша татыулашыу алғас, Алла өсөн шатлығыбыҙ ҙа Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша.


Ахыр килеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, үҙегеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.


Тағы ла шуны өҫтәп әйтәм: Раббы менән тығыҙ бәйләнештә булыуығыҙ аша, Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ.


Ысын сөннәтлеләр – беҙ, тән йолаларына таяныусылар түгел, ә Аллаға Уның Рухы менән ғибәҙәт ҡылыусылар һәм Мәсих менән ғорурланыусылар.


Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!


Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡһағыҙ, быны оло ҡыуаныс итеп ҡабул итегеҙ,


Ниһайәт, һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ.


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Ҡәҙерлеләрем, мин инде һеҙгә икенсе хатымды яҙам. Был хаттарҙа мин, белгәндәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөп, саф уйҙарығыҙҙы уятам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ