6 Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булырға ынтылманы,
6 Ул булмышы менән илаһи булһа ла, Аллаға тиң булыуынан файҙа алырға ынтылманы,
«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.
Мин һәм Ата – бербеҙ.
Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.
Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.
Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.
– Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?
Ә хәҙер, Атам, донъя яратылғанға тиклем Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө Үҙ ҡаршыңда кире ҡайтарып бир.
– Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.
Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.
Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
Был донъяның илаһы уларҙың аҡылын томаланы һәм улар, иманға килмәйенсә, Алланың ҡиәфәте булған Мәсихтең балҡыусы данын күрһәтеүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙең яҡтылығын күрмәйҙәр.
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.
Мәңгелек Батшаға, үлемһеҙ, күҙгә күренмәҫ, берҙән-бер Аллаға мәңгенән мәңгегә хөрмәт һәм дан! Амин.
Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.
Шул уҡ ваҡытта беҙ ҡыуаныслы өмөтөбөҙ – бөйөк Аллабыҙ ҙа, Ҡотҡарыусыбыҙ ҙа булған Ғайса Мәсихтең шөһрәте күренеүен көтәбеҙ.
Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.
Йәнә, донъяға Үҙенең тәү тыуған Улын килтергәндә, Алла: «Алланың бөтөн фәрештәләре Уға баш эйһен», – ти.
Улы тураһында иһә: «Йә, Аллам, батшалығың Һинең мәңгелек, батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы, – ти.
Ғайса Мәсих үҙгәрешһеҙ – кисә лә, бөгөн дә, мәңгелектә лә Ул бер үк.
Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.