Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 2:5 - Инжил

5 Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Бер-берегеҙгә ҡарата уй-фекерҙәрегеҙ Ғайса Мәсихтеке кеүек булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 2:5
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ.


Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.


Ашаған ризығың имандашыңды борсоуға һала икән, һин яратып эш итмәйһең. Үҙ ризығың менән уға һәләкәт килтермә, Мәсих уның хаҡына ла үлде бит.


Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө».


Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен.


Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм.


Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте.


Шулай итеп, Мәсих тән ғазабы кисергәс, был донъялағы ҡалған ваҡытын инде әҙәм нәфсеһе буйынса түгел, Алла ихтыяры буйынса йәшәр өсөн, һеҙ ҙә Уныҡы кеүек үк фекерләү рәүеше менән ҡоралланығыҙ, сөнки тән ғазабы кисереүсе гонаһлы тормош алып барыуҙан баш тартты.


Кем дә кем: «Мин Аллаламын», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ