24 Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеүемдә Раббының мөмкинлек биреренә ышанам.
24 Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеремә Раббы ышаныс бирә.
Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем.
Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн дә бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.
Һеҙгә яҙа торған һүҙҙәрем күп, әммә ҡағыҙ һәм ҡараға мөрәжәғәт итергә теләмәйем. Ә ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн, янығыҙға барып, һеҙҙең үҙегеҙ менән һөйләшергә өмөтләнәм.
Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.