21 Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.
21 Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.
Шунан Ул шәкерттәренә былай тине: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен.
– Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай.
Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты,
Әммә Павел тапшырылған эшен теүәлләмәйенсә уларҙан айырылып Памфилияла тороп ҡалған Яхъяны алырға ризалашманы.
Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен.
Мин дә үҙ файҙама түгел, ә күптәрҙең файҙаһы хаҡында хәстәрлек күрәм, бар нәмәлә уларға ярарға тырышам, сөнки уларҙың ҡотолоуын теләйем.
Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, яуызлыҡ тотмай.
Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.
Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен.
Асия өлкәһендәгеләрҙең бөтөнөһөнөң дә мине ташлап киткәнен беләһең. Фигелл менән Ермоген да улар араһында.
Үҙҙәрен генә яратҡан, аҡсаға табынған, тәкәббер, һауалы, әсе телле, ата-әсәһенә буйһонмаған, изгелекте баһалай белмәгән, тәҡүәһеҙ,
сөнки Димас был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап Фессалоникаға юлланды, Крискент – Галатияға, Тит Далматияға китте,
Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын.