Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 2:20 - Инжил

20 Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 2:20
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны.


Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен.


Янығыҙға Тимофей килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.


минең ҡыуанысымды тулыландырығыҙ: бер фекерҙә булығыҙ, мөхәббәтегеҙҙе уртаҡ итеп, бер маҡсат һәм бер ниәт менән йәшәгеҙ.


Тимофейҙың тоғролоғо иһә һеҙгә билдәле: ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа миңә үҙ атаһына хеҙмәт иткән кеүек хеҙмәт итте.


Һеҙҙе Иуст ҡушаматлы Ғайса ла сәләмләй. Улар миңә күңел йыуанысы, хеҙмәттәштәрем араһында Алла Батшалығы өсөн минең менән хеҙмәт итеүсе берҙән-бер йәһүдтәр.


ысын имандаш улым Тимофейға хат. Атабыҙ Алла һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән һиңә мәрхәмәт, шәфҡәт, именлек булһын.


Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың.


Лоида өләсәйеңдә һәм Евника әсәйеңдә булған һәм уларҙан һиңә күскән шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә, был имандың һиндә йәшәүенә ышанам.


Ә һин минең өйрәтеүемдә лә, йәшәйешемдә, маҡсатымда, иманымда, сабырлығымда, мөхәббәттә, ҡаҡшамаҫлыҡта ла минән өлгө алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ