Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 2:19 - Инжил

19 Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимофейҙы ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә һеҙҙең кеүек үк күңелемде тынысландырыр инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Раббы Ғайса ярҙамы менән тиҙҙән һеҙгә Тимоҫеусты ебәрермен тип өмөт итәм. Уның аша хәлдәрегеҙҙе белешеп, мин дә күңелемде тынысландырыр инем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 2:19
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡтар уның исеменә өмөт бағлар».


Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.


Ишағыя ла былай ти: «Иессей нәҫеленән Берәү килер һәм халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Улар Уға өмөт бағлар».


Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә.


Ошо маҡсат менән һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм.


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ.


Ғайса Мәсихкә хеҙмәт итеүсе Павел менән Тимофейҙан Филиптағы имандаштар берҙәмлегенең етәкселәре һәм ярҙамсыларына, Ғайса Мәсихтеке булған бар изгеләргә сәләм.


Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.


Шуға ла мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтарып ебәрәм, уны яңынан күреп һеҙ ҙә ҡыуанырһығыҙ, минең дә ҡайғым кәмер.


һәм, эҙәрлекләүҙәр арҡаһында берегеҙ ҙә борсолмаһын өсөн, һеҙҙе нығытыу, иманығыҙҙа дәртләндерергә тигән маҡсат менән Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүендә Алланың хеҙмәттәше булған имандашыбыҙ Тимофейҙы һеҙҙең янға ебәрҙек. Беҙгә эҙәрлекләүҙәр билдәләнгән, был турала үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.


Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.


Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


«Раббы ихтыярында булһа, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ