Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 2:16 - Инжил

16 Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 2:16
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде өй ҡыйығынан иғлан итегеҙ.


Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.


Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.


Симон Петр: – Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит.


– Туғандар! – тип дауам итте һүҙен Павел. – Ибраһим нәҫеленең балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.


Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем.


Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.


Һеҙҙең өсөн һалған хеҙмәтем бушҡа ғына булманымы икән, тип борсолам.


Һеҙҙең иң яҡшыларҙы һайлап ала белеүегеҙ, Мәсих килер көнгә саф һәм кәмселекһеҙ булыуығыҙ,


Тормошоғоҙҙа изгелекле эш башлаған Алла уны Ғайса Мәсих килгән көнгә тиклем тамамлар, тип ышанам.


Раббыбыҙ Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни?


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Һеҙҙең яңы тормошоғоҙҙоң инеше иҫкерә торған орлоҡ түгел, ә иҫкермәй торған орлоҡ. Был – Алланың тере һәм мәңгелек һүҙе!


Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ.


Рух та, кәләш тә: «Кил!» – тиҙәр. Быларҙы ишетеүсе лә: «Кил!» – тип әйтһен. Һыуһаған да килһен, теләгән кеше тереклек һыуын бушлай алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ