14 Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.
Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар:
Уны өс йөҙҙән артыҡ динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп ҡатынды шелтәләнеләр.
Улар, бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, эргәләрендә күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙе.
Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?
Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.
Павел менән Варнава араһында етди ризаһыҙлыҡ тыуҙы һәм улар икеһе ике яҡҡа китергә булды: Варнава Маркты алып һыу юлы менән Кипрға китте.
Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп: – Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ.
Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грек телле йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ.
Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.
Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленеш килтереп сығарыусы һәм тоғро юлдан яҙҙырыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм ундайҙарҙан ситләшегеҙ.
Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, Үлем фәрештәһе тарафынан ҡырылды.
Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.
Әгәр бер-берегеҙгә йыртҡыс хайуандар кеүек этләшеүегеҙҙе дауам итәһегеҙ икән, бер-берегеҙҙе ҡырып бөтөүегеҙ бар. Һаҡ булығыҙ!
Мәғәнәһеҙ данға ынтылмайыҡ, бер-беребеҙҙең йәнен көйҙөрмәйек, бер-беребеҙҙән көнләшмәйек.
Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.
Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ.
Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ.
Бөтөнөһө менән дә тыныс йәшәгеҙ һәм изгелеккә ынтылығыҙ: изгелеккә ынтылмайынса бер кем дә Раббыны күрмәҫ.
сөнки кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй.
Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ.
Алла һеҙҙе хөкөм итмәһен өсөн, бер-берегеҙгә зарланмағыҙ, имандаштар: Хөкөмдар инде ишек төбөндә тора.
Яуызлыҡтан ситләшһен һәм яҡшылыҡ ҡылһын, тыныслыҡ эҙләһен һәм шуға ынтылһын.
Бер-берегеҙгә аһ-зарһыҙ ҡунаҡсыл булығыҙ.
Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.