Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 2:13 - Инжил

13 Эшмәкәрлегегеҙ өсөн Алла Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Сөнки Үҙенең ихтыяры менән һеҙҙә теләк һәм эш итеү һәләте уятып, Алла Үҙе һеҙҙә эш итә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 2:13
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын!


Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.


Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.


Ғайса һүҙен дауам итте: – Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», – тинем.


Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр инанып Раббыға табан боролдо.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Балалар тыумаҫ элек һәм бер ниндәй яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылырға өлгөрмәгән саҡтарында уҡ Алла Рабиғаға: «Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итәсәк», – тип белдергән. Ул бының менән Үҙенең һайлап алыу ниәте уларҙың эштәренә түгел, ә Саҡырыусыға бәйле икәнлеген күрһәткән.


Тимәк, бөтөн нәмә кеше теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле.


Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә.


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә.


Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы.


Ғайса Мәсих аша беҙҙе Үҙ балалары итергә алдан уҡ билдәләп ҡуйҙы. Был – Уның ихтыяры һәм маҡсаты.


Ул, Мәсих аша тормошҡа ашырырға ҡарар иткән ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, ә Алла бүләге.


Шуға күрә беҙ, Алла һеҙҙе Үҙе саҡырған мәңгелек тормошҡа лайыҡлы итһен, имандан килгән һәр яҡшы ниәтегеҙҙе Үҙенең көсө менән бойомға ашырһын тип, һеҙҙең өсөн гел доға ҡылабыҙ.


Ул беҙҙе ҡылған эштәребеҙгә ҡарап түгел, ә Үҙенең ниәте һәм мәрхәмәте менән ҡотҡарҙы, изге тормошҡа саҡырҙы. Уның был мәрхәмәте донъя яратылғансы уҡ Ғайса Мәсих аша еткерелде.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән мәңгегә дан. Амин.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ