9 Мөхәббәтегеҙ белемдә лә, тәрән аң-зиһендә лә артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам.
9 Мөхәббәтегеҙ белем, тәрән аң-зиһен менән тулыланып артҡандан-арта барһын, тип доға ҡылам.
Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.
Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.
Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ һәм Раббы ихтыярын аңлағыҙ.
Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.
һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кешене булдырыусы Алла, Үҙе тураһында тулыһынса белдереү өсөн, һеҙҙе һәр ваҡыт Үҙенә оҡшаш итеп үҙгәртеп тора.
Беҙҙең һеҙгә булған мөхәббәтебеҙ кеүек, Раббыбыҙ һеҙҙең дә бер-берегеҙгә һәм барлыҡ кешеләргә ҡарата булған һөйөүегеҙҙе көсәйтһен һәм арттырһын.
Артабан, имандаштар, Алла ҡәнәғәт булырлыҡ итеп нисек йәшәргә кәрәклеге тураһында өйрәтеүебеҙҙе ҡабул иткәндән һуң, һеҙ шулай йәшәйһегеҙ. Әммә һеҙҙән Ғайса Мәсих хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,
Беҙ, имандаштар, Аллаға һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт лайыҡлы рәүештә рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки һеҙҙең иманығыҙ сикһеҙ арта бара һәм һәр берегеҙҙең үҙ-ара һөйөүе үҫә.
Бөтөнөбөҙ өсөн дә уртаҡ иманың беҙ Мәсих аша өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.
Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.
Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!
Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.