8 Барығыҙҙы ла Ғайса Мәсих һөйөүе менән яратыуыма һәм һағыныуыма Алла шаһит.
Алланың шәфҡәте мул, шуның өсөн беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ.
Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.
Мәсихтеке булғанға күрә хәҡиҡәт һөйләйем, һөйләгәндәрем ялған түгел, был турала Изге Рух аша намыҫым раҫлай.
Шуға күрә, беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.
Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар.
Уны нисек ихтирам һәм тәрән хөрмәт менән ҡабул итеүегеҙҙе, барығыҙҙың да итәғәтлелеген иҫтә тотоп, уның йөрәге һеҙгә тағы ла нығыраҡ ынтыла.
Алла ҡаршыһында әйтәм: яҙғандарым ялған түгел.
Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.
Балаларым, һеҙҙең тормошоғоҙҙа Мәсих сағыла башлағанға тиклем, һеҙҙең өсөн йәнә тулғаҡ ғазаптары кисерәм.
Әгәр Мәсих аша күңел күтәренкелеге табаһығыҙ икән, әгәр Уның мөхәббәте шатлыҡ килтерә икән, әгәр һеҙҙә Рух уртаҡлығы, шәфҡәтлелек һәм миһырбанлылыҡ бар икән,
Сөнки ул барығыҙҙы ла һағына, һәм, ҡаты ауырыуы тураһында ишетеүегеҙҙе белгәс, ныҡ күңелһеҙләнде.
Шулай итеп, ҡәҙерле һәм һағынған имандаштарым, шатлығым һәм дан тажым, Раббыла ныҡ тороғоҙ, ҡәҙерлеләрем!
Һеҙҙең һәм Лаодикиялағы имандаштар хаҡына, шулай уҡ мине йөҙгә белмәгәндәр хаҡына ниндәй көрәш алып барыуымды белеүегеҙҙе теләйем.
Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм ҡәҙерлеләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.
Белеүегеҙсә, алдығыҙҙа беҙ бер ҡасан да ярамһаҡланманыҡ, үҙ мәнфәғәтебеҙҙән сығып эш итмәнек. Алла Үҙе шаһит!
Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ.
Хушлашҡан саҡтағы күҙ йәштәреңде иҫкә төшөрәм дә, һине күргем килеп китә, ул ваҡытта үҙемдең дә күңелем шатлыҡ менән тулыр ине.
Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.
Шулай, имандашым, Раббы хаҡына хәҙер инде мин дә һинең файҙаңды күрергә теләйем. Мәсих аша имандашым булараҡ, йөрәгемде сафландыр.
Етеш йәшәп һәм имандашының мохтажлығын күрә тороп, уға шәфҡәт күрһәтмәгән кешелә Алла мөхәббәтенә урын булырмы?