Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 1:25 - Инжил

25 Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, имандағы уңышығыҙ һәм ҡыуанысығыҙ хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Быға ныҡ инанғанлыҡтан, һеҙҙең менән ҡалып, ҡыуанысығыҙҙың, имандағы уңышығыҙҙың үҫеүе хаҡына барығыҙ менән бергә булырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 1:25
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.


Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.


Хәҙер беләм: һеҙҙең арағыҙҙа йөрөп, Алла Батшалығын вәғәзләүемде ишеткән һәммәгеҙ ҙә мине бүтәнсә күрмәҫ.


Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.


Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,


Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.


Мәсих беҙгә мәрхәмәт алырға мөмкинлек бирҙе. Иманыбыҙ аша ошо мәрхәмәттә торабыҙ һәм, Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ.


Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.


Әммә һеҙҙең өсөн минең был донъяла ҡалыуым мөһимерәк.


Үҙемдең дә тиҙҙән янығыҙға барып етеүемдә Раббының мөмкинлек биреренә ышанам.


Шулай уҡ үтенәм, минең өсөн дә бер бүлмә әҙерләп ҡуй, сөнки, доғаларығыҙға яуап итеп, Алла һеҙгә ҡайтыуымды бүләк итер тип өмөтләнәм.


Һеҙ Уны күрмәгән булһағыҙ ҙа, яратаһығыҙ; хәҙер ҙә, күрмәһәгеҙ ҙә, Уға ышанаһығыҙ һәм иманығыҙҙың маҡсатына – йәнегеҙҙең ҡотолоуына өлгәшеп, әйтеп бөтөргөһөҙ һәм иҫ киткес ҙур ҡыуаныс менән шатланаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ