21 Минең өсөн йәшәү – ул Мәсих, ә үлем – табыш.
Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.
Павел булһынмы, Аполлос, Кифа йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке.
Был донъяла беҙ йәшәгән тән ҡасан да булһа емереләсәк ҡыуышҡа оҡшаған. Был ҡыуыш емерелгәс, беҙгә Алла тарафынан күктәрҙә, ҡул менән төҙөлмәгән мәңгелек торлаҡ биреләсәген беләбеҙ.
Шуның өсөн, ошо тәнебеҙҙә саҡта Раббынан алыҫ булыуыбыҙҙы белһәк тә, һәр ваҡыт ышаныс менән йәшәйбеҙ.
Ҡабатлайым, ышаныс менән йәшәйбеҙ һәм, тәндән сыға һалып, тиҙерәк Раббы янына урынлашырға теләйбеҙ.
Инде мин үҙем түгел, миндә Мәсих йәшәй. Әле хәҙерге тәнемдә йәшәйем икән, мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем.
Ә минең Раббыбыҙ Ғайса Мәсих арҡысағынан башҡа бер ни менән дә маҡтанғым килмәй, минең өсөн был донъя шул арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, ә мин донъя өсөн ҡаҙаҡландым.
Бер ниндәй хәл дә мине хурлыҡҡа төшөрә алмауына, һәр ваҡыттағыса хәҙер ҙә ҡыйыу булырыма һәм тормошомда ла, үлемемдә лә, һәм, ғөмүмән, минең менән нимә генә булмаһын, Мәсихте данларыма өмөтләнәм һәм шул ваҡытты ашҡынып көтәм.
Әгәр ҙә йәшәүем менән емештәрҙе мулыраҡ биреүемде дауам итә алам икән, был осраҡта ҡайһыныһын һайлаясағымды белмәйем.
Мин ике юл сатында торам. Был донъяны ҡалдырып, Мәсих менән бергә булырға тигән теләгем бар, һәм был күпкә яҡшыраҡ.
Башҡалар, Ғайса Мәсихкә инаныуға ҡарағанда, үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.
Һеҙҙең тормошоғоҙ – Мәсих, Ул килгәндә һеҙ ҙә Уның данын уртаҡлашып, Уның менән бергә килерһегеҙ.
Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.