Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 1:13 - Инжил

13 Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 1:13
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Павел, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.


һәм, ситкәрәк китеп: – Был кеше үлемгә йәки тотҡонлоҡҡа хөкөм итерлек һис ни эшләмәгән, – тип һөйләштеләр.


Римға килеп өс көн торғандан һуң Павел йәһүдтәрҙең башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс: – Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Иерусалимда тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. –


Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был бығауҙарға Израиль бағлаған өмөт өсөн һуғылдым, – тине Павел.


Ә Павел үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте.


Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Доғаларығыҙҙа мин тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына илселек итеп, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Һеҙ мин алып барған көрәште үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ, ишетеп тә тораһығыҙ һәм, шулай уҡ, көрәшәһегеҙ.


Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.


Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.


Ошо вәғәздәрем өсөн мин ғазап сигәм, мине хатта енәйәтсе һымаҡ бығаулап ҡуйҙылар. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ