Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 1:11 - Инжил

11 Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерһен, тип доға ҡылам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 1:11
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.


Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.


Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.


Мин, ошо эште башҡарғас һәм йыйылған аҡсаны тейешенсә тапшырғас, Испанияға юлланырмын һәм, унда барышлай, янығыҙҙа туҡталырмын.


Ләкин әле, гонаһ хакимлығынан азат ителгәс һәм Алла ҡолдары булғас, изге тормошҡа алып барыусы уңышҡа эйәһегеҙ, ә уның аҙағы – мәңгелек тормош.


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер.


Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың бөйөклөгө маҡталһын өсөн эшләне.


Ә Алла беҙҙе, Үҙенеке булғандарҙы, тулыһынса йолоп алғанға тиклем, Изге Рух – аласаҡ мираҫыбыҙға ышаныслы билдә һәм шуның аша Алланың бөйөклөгөнә маҡтау булыр.


Беҙҙе Алла бар итте. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсих аша бар ителдек.


Яҡтылыҡ емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора.


Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ.


Һеҙгә килгән Һөйөнөслө Хәбәр, Алла мәрхәмәтенең ғәмәлдә нисек булыуын ишетеп аңлаған көнөгөҙҙән башлап арағыҙҙа нисек булған булһа, бөтә донъяла ла шулай уңыш килтерә һәм тарала бара.


Шулай итеп, Раббы Ғайса һеҙҙең аша данланыр, һәм һеҙ үҙегеҙ ҙә Уның аша данланырһығыҙ. Был Аллабыҙ һәм Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте аша булыр.


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


һеҙ үҙегеҙ ҙә, тере таштар кеүек, рухи йорт булып төҙөлөгөҙ. Шулай итеп Ғайса Мәсих аша Аллаға хуш килерлек рухи ҡорбандар килтереүсе изге руханиҙар булырһығыҙ.


Әммә һеҙ – ҡараңғылыҡтан Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусының бөйөк эштәрен иғлан итеү өсөн һайланған нәҫел, батша руханиҙары, изге халыҡ, Алланың Үҙ халҡы.


Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки дан Рухы, Алла Рухы һеҙҙең менән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ