Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филимонға 1:9 - Инжил

9 башҡа берәү түгел, мин, Павел, оло кеше булараҡ, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсих хаҡына төрмәлә ултырыусы тотҡон, һиңә үтенес менән өндәшәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 башҡа берәү түгел, мин, ҡарт Паулус, әлеге ваҡытта Ғайса Мәсихкә инаныуым өсөн төрмәлә ултырыусы тотҡон, һөйөүебеҙгә таянып, һиңә үтенес менән өндәшәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филимонға 1:9
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай итеп, имандаштар, Алла шәфҡәте хаҡына һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ, был Аллаға һеҙҙең ихлас ғибәҙәтегеҙ булыр.


Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ.


Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Ғайса Мәсихкә булған иманығыҙ аша һеҙ барығыҙ ҙа – Алла балалары.


Бына шуға күрә мин, Павел, һеҙҙең, йәғни йәһүд булмағандар өсөн Ғайса Мәсих хаҡына тотҡон, Аллаға доға ҡылам.


Шуға күрә мин, Раббы хаҡына тотҡон булараҡ, һеҙҙең Алланан алған саҡырылыуығыҙҙа лайыҡлы йәшәүегеҙҙе үтенәм.


Доғаларығыҙҙа мин тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына илселек итеп, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.


Хеҙмәт итеү өсөн миңә көс биргән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә рәхмәтлемен. Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да, Ул мине тоғро һананы һәм Үҙенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне. Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине.


оло ирҙәр айыҡ аҡыллы, ихтирамға лайыҡ, тотанаҡлы булһын, иман тотоуҙа, мөхәббәттә, сыҙамлылыҡта ныҡ торһон;


Мин һеҙҙән, янығыҙға тиҙерәк ҡайтыуымды теләп доға ҡылыуығыҙҙы айырыуса үтенәм.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ