Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филимонға 1:6 - Инжил

6 Бөтөнөбөҙ өсөн дә уртаҡ иманың беҙ Мәсих аша өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бөтәбеҙ өсөн дә уртаҡ иманыбыҙ һине беҙ Мәсихтә өлгәшкән барлыҡ изгелекте тулыраҡ аңлауға килтерһен тип, доға ҡылам.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филимонға 1:6
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Биш талант алғаны уны шунда уҡ табыш алыу өсөн файҙалана һәм өҫтәмә биш талант ала.


Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.


Уның йәшерен ниәттәре асылыр һәм ул йөҙ түбән ҡапланып Аллаға табынып: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», – тип әйтер.


сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.


Тағы ла, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.


һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кешене булдырыусы Алла, Үҙе тураһында тулыһынса белдереү өсөн, һеҙҙе һәр ваҡыт Үҙенә оҡшаш итеп үҙгәртеп тора.


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?


Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


Шулай уҡ, ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер.


әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам, саф выждан менән эшләгеҙ. Шул ваҡытта һеҙгә яла яғыусылар һәм тел тейҙермәҫ йәшәү рәүешегеҙҙе Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн хурлаусылар оятҡа ҡалыр.


Әгәр ҙә һеҙ ошо һыҙаттарға эйә булһағыҙ һәм улар арта барһа, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеүегеҙ файҙаһыҙ һәм емешһеҙ ҡалмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ