Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филимонға 1:24 - Инжил

24 һәм хеҙмәттәштәрем Марк, Аристарх, Димас һәм Лука һиңә сәләм әйтәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 һәм хеҙмәттәштәрем Маркус, Аристархос, Демас һәм Лукас һиңә сәләм әйтәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филимонға 1:24
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине.


Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар.


Павел һәм уның менән бергә булғандар, Пафтан китеп, һыу юлы менән Памфилия өлкәһендәге Пергия ҡалаһына килде. Яхъя уларҙан айырылып Иерусалимға ҡайтты,


Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды.


Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине.


Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


Мин мохтажлыҡ кисергәндә һеҙ ярҙамға ебәргән имандашым һәм хеҙмәттәшем, көрәштәшем Епафродитты кире ҡайтарыуҙы кәрәкле тип табам.


Тоғро көрәштәшем, һинән дә үтенеп һорайым, минең менән, шулай уҡ Климент һәм исемдәре тормош китабына яҙылған башҡа хеҙмәттәштәрем менән Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү хаҡына көрәшкән ошо ҡатындарға ярҙам ит.


Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә.


Һеҙгә ҡәҙерле табип Лука менән Димас та сәләм тапшыра.


Вавилондағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Марк һеҙгә сәләм ебәрә.


Тимәк, хәҡиҡәт хаҡына бергә эшләй алыуыбыҙ өсөн, беҙ ундай кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ