17 Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит.
17 Шулай итеп, мине иптәшең тип һанаһаң, уны ла минең һымаҡ күреп, ихлас ҡабул ит.
Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Һәм Минең хаҡыма ошондай бер баланы ҡабул иткән кеше Мине лә ҡабул итә.
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине. Ул беҙҙе күндерҙе.
Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.
Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар.
Миңә һеҙҙең бөтөнөгөҙ тураһында ла шулай тип уйларға нигеҙ бар, сөнки һеҙ минең йөрәгемдә урын алдығыҙ. Төрмәлә булған ваҡытта ла, Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда ла, барығыҙ ҙа минең менән Алла мәрхәмәтен бүлешәһегеҙ.
Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш булғанлыҡтан, ҡолдар уларға кәмһетеп ҡарарға тейеш түгел, киреһенсә, тағы ла күберәк хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки хеҙмәттән файҙа алыусы хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Быларҙы өйрәт һәм нәсихәт ит.
Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онисим.
Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.
Әгәр ҙә ул һине ни менәндер рәнйеткән булһа йәки алдыңда бурыслы булһа, мине яуаплы тип иҫәплә.
Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.
Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.
Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?
Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:
Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ