11 Элек ул һинең өсөн файҙаһыҙ ине, хәҙер иһә һинең өсөн дә, минең өсөн дә файҙалы.
Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.
Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.
Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.
Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ.
Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды; яҡшылыҡ эшләүсе юҡ, бер кем дә юҡ.
янымда Лука бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр.
Бында, төрмәлә, үҙемдең улым тип һанаған берәү хаҡына һиңә мөрәжәғәт итәм. Ул – минең аша иманға килгән Онисим.
Уны кире һинең яныңа ебәрәм, ә был минең өсөн бер ағзамды алыуға тиң.
Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.