27 Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,
Аҙаҡ ҡатын да вафат була.
Алла ғаләмдәге бар халыҡты ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөмдө Ул Үҙе билдәләгән Зат аша башҡарыр. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Павел.
Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың.
Тәүге кеше – Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған.
Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыртасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алла тарафынан маҡтау аласаҡ.
Сөнки тәндә ваҡытта яҡшылыҡ эшләһәк тә, яманлыҡ ҡылһаҡ та, ҡылғандарыбыҙға күрә һәр береһе үҙенә тейеште алыу өсөн, бөтөнөбөҙ ҙә Мәсихтең хөкөмө алдына килергә тейеш буласаҡбыҙ.
Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән талап итәм:
Ә хөкөмдө һәм Алланың дошмандарын яндырасаҡ ҡоторонҡо утты ҡурҡып көтөргә генә ҡаласаҡ.
Шулай итеп, мөхәббәтебеҙ камиллашты, һәм беҙ хөкөм көнөн ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.
Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар».
Унан һуң мин ҙур аҡ тәхетте һәм унда Ултырыусыны күрҙем. Уның ҡарашынан ер менән күк ҡасты, уларға урын табылманы.