18 Шуның өсөн тәүге килешеү ҙә ҡандан башҡа ғәмәлгә аша алманы.
Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.
Васыят, ысынлап та, үлем һуңынан ғына ғәмәлгә инә: уны яҙған кеше тере саҡта бер ниндәй ҙә көсө булмай.
Муса, ҡанун күрһәтмәләренең бөтөнөһөн дә халыҡ алдында уҡып сыҡҡас, ҡыҙыл йөн һәм майағас алып, шулар менән бөтөн халыҡҡа ла, ҡанун яҙылған төргәккә лә һыу һәм быҙау менән кәзә ҡаны бөркөп сыҡты.
Ҡанун бөтөн нәмәнең дә тиерлек ҡан менән сафландырылыуын талап итә һәм ҡан түгелмәйенсә ярлыҡау булмай.