Еврейҙарға 9:14 - Инжил14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма14 Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе кәмселекһеҙ ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ ысын Аллаға хеҙмәт итеү һәм күк батшалығынан Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды, Ул беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.
Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.