7 Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине.
Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.
Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?
Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла.
Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге руханиҙар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.