Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 8:5 - Инжил

5 Ерҙәге руханиҙар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, бөтөнөһөн дә тауҙа күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 8:5
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә шаһитлыҡ сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефан. – Ул сатыр, Алла Мусаға бойорғанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһалған булған.


Былар барыһы ла киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә бөгөнгө ысынбарлыҡ – Мәсихтә.


Ҡанун – килә торған яҡшы нәмәләрҙең үҙе түгел, ә күләгәһе генә. Шуға күрә, йыл һайын бер төрлө ҡорбандар килтереп, ул Алла алдына килгән кешеләрҙе камил итә алмай.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


Беҙҙең ҡорбан килтереү урыныбыҙ бар, изге сатырҙағы хеҙмәтселәрҙең ундағы ҡорбанды ашарға хоҡуғы юҡ.


Бының бөгөнгө көн өсөн дә мәғәнәһе бар: бүләктәр һәм ҡорбандар килтереү менән ғибәҙәт ҡылыусының выжданы сафлана алмай.


Бынан һуң мин күктә Алла Йорто – шаһитлыҡ сатыры асылғанын күрҙем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ