Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 7:6 - Инжил

6 Ә рухани Мәлик-Садиҡ, Левий тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһим табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен ҡабул иткән кешегә, фатихаһын бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ә ҡаһин Мәлки-Садиҡ, Леви тоҡомонан булмаһа ла, Ибраһимдың табышының ундан бер өлөшөн ҡабул итә һәм уға, Алла вәғәҙәһен алған кешегә, фатихаһын бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 7:6
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәбиләләр һинең нәҫелең аша фатиха алыр», – тип аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ.


Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.


Улар – израилдәр, Алла уларҙы Үҙ балалары итеп һайлап алды, уларға данын асты, улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, ҡанун, ғибәҙәт ҡылыу тәртибе өйрәтелде, вәғәҙәләр бирелде.


Вәғәҙәләр иһә Ибраһимға һәм уның нәҫеленән булғанға бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «нәҫеленән булғандарға» тип күптәр тураһында түгел, ә «нәҫеленән булғанға» тип берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Бөтә был кешеләр имандарын һаҡлап үлгән. Улар үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алмайынса, йыраҡтан ғына күргән һәм сәләмләгән. Был донъяла үҙҙәренең ваҡытлыса йәшәгән сит кешеләр һәм килмешәктәр генә икәнлектәрен танығандар.


Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килә», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине.


Шәлим батшаһы, Аллаһы Тәғәләнең руханийы Мәлик-Садиҡ, батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгән Ибраһимды осратып, уға фатихаһын бирә.


Һис шикһеҙ, бәләкәйерәк кеше генә ҙурыраҡтың фатихаһын ҡабул итә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ