18 Элекке ҡарар, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, кире ҡағыла.
18 Элекке бойороҡ, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ булыу сәбәпле, ғәмәлдән сығарыла,
Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.
Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.
Имандаштар! Көндәлек тормоштан шундай миҫал килтерәм: хатта кеше тарафынан раҫланған васыятты ла һис кем юҡҡа сығара йәки бер ни өҫтәй ҙә алмай.
Шуны әйтергә теләйем: боронғо заманда уҡ Алла тарафынан Ибраһим менән төҙөп раҫланған килешеүҙе дүрт йөҙ утыҙ йылдан һуң сыҡҡан ҡанун ғәмәлдән сығара ла, вәғәҙәне кире ала ла алмай.
Улайһа, ҡанун Алланың вәғәҙәләренә ҡаршы сығамы ни? Юҡ! Әгәр ҙә беҙгә бирелгән ҡанун тере итә алһа, кешеләрҙең аҡланыуы, ысынлап та, ҡанунды үтәү аша булыр ине.
Ҡанунға буйһонорға теләүселәр, әйтегеҙ әле, һеҙ ҡанун һүҙҙәрен тыңламайһығыҙмы әллә?
Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?
Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр нәмәгә файҙалы, сөнки ул ысын тормош бирә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.
Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.
Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ.