15 Бының шулай икәнлеге Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Рухани килгәс тағы ла нығыраҡ асыҡлана.
15 Бының шулай икәнлеге, Мәлки-Садиҡ кеүек икенсе Ҡаһин килгәс, тағы ла асығыраҡ күренә.
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тип әйтә.
Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?
Билдәле булыуынса, Раббыбыҙ Йәһүҙә ырыуынан сыҡҡан, ә руханиҙар тураһында һөйләгәндә Муса был ырыу тураһында бер ни ҙә әйтмәгән.
Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды.
Мәлик-Садиҡтың атаһы ла, әсәһе лә, шәжәрәһе лә билдәһеҙ. Уның ғүмеренең башы тураһында ла, аҙағы тураһында ла мәғлүмәт юҡ, ул Алла Улына оҡшаш булып, мәңге рухани булып ҡала.