12 Сәбәбе шунда: руханилыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.
12 Сәбәбе шунда: ҡаһинлыҡ үҙгәрһә, ҡанун да үҙгәрергә тейеш.
Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?
Ә беҙ һөйләгән Зат – Ғайса икенсе бер ырыуҙан булған, ул ырыуҙан бер кем дә ҡорбан килтереү урынында хеҙмәт итмәгән.
Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.