5 Алланың Яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған,
5 Алланың яҡшы һүҙен һәм киләсәк донъя көстәренең тәьҫирен тойған,
Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйтеүсе кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә кисерелмәҫ.
Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.
Ташлы урынға сәселгән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, уны шатланып ҡабул итә, әммә, тамырҙары булмағанлыҡтан, ышаныстары ла ваҡытлыса ғына була һәм улар һынау ваҡытында сигенә.
Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
Ғаләмдең Алла һүҙе менән булдырылғанын һәм күҙгә күренеүсе нәмәләрҙең күҙгә күренмәгәндәрҙән бар булыуын беҙ иман аша аңлайбыҙ.
Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит.
Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарыңдан да былай үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.
ә Раббы һүҙе мәңгегә ҡала». Был һүҙ һеҙгә иғлан ителгән Һөйөнөслө Хәбәрҙең үҙе.
Һеҙ бит Раббының изгелеген татынығыҙ.
Был кешеләр, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихте танып белеү аша донъяның аҙғынлыҡтарынан арынғас, ҡабат шулар тарафынан сырмап алынған һәм еңелгән. Шуға күрә уларҙың һуңғы хәле элеккеһенән яманыраҡ.