3 Алла рөхсәте менән артабан күсәйек.
Улар менән һаубуллашып: – Алла ихтыярында булһа, мин һеҙҙең янығыҙға тағы килермен, – тине. Бынан һуң ул һыу юлы менән Ефестан китте.
Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын.
Һеҙгә былай ғына, юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әгәр Раббы насип итһә, оҙағыраҡҡа туҡталырға уйлайым.
Раббы ихтыярында булһа, оҙаҡламай һеҙгә килермен һәм әле маһайып йөрөүселәрҙең һүҙен түгел, ә ҡеүәтен һынап ҡарармын.
Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан,
«Раббы ихтыярында булһа, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға