Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 6:20 - Инжил

20 Унда Ғайса, Мәлик-Садиҡ ниндәй баш рухани булған булһа, Ул да мәңгегә шундай Баш Рухани булғандан һуң, беҙҙең хаҡҡа башлап йөрөүсебеҙ булараҡ инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Унда беҙҙең хаҡҡа, Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге мәңгелек Баш Ҡаһин булғандан һуң, башлап йөрөүсебеҙ булып Ғайса инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 6:20
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Беҙҙе Мәсих аша күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Уның Улы – Алла данының балҡышы һәм Уның асылының теүәл сағылышы. Ул бөтә нәмәне Үҙенең ҡөҙрәтле һүҙе менән тотоп тора. Кешеләрҙе гонаһтарынан таҙарындырғас, юғарыла Мөһабәт Алланың уң яғына ултырҙы.


Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Алла – бөтөн нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәреп килеүсе күп кешеләрҙе Үҙенең данына алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалыусы Ғайсаны ғазаптар аша камил итеүе Уға ҡулай булған.


Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.


Ул, Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Алла тарафынан шундай Баш Рухани итеп билдәләнде.


Шулай уҡ Изге Яҙманың икенсе бер урынында Алла: «Мәлик-Садиҡ ниндәй рухани булған булһа, Һин дә мәңгегә шундай рухани буласаҡһың», – тип әйтә.


Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙең иң мөһиме – беҙҙең шундай Баш Руханийыбыҙ бар, Ул күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған.


Ул Иң изге урынға кәзә йәки быҙау ҡаны менән түгел, ә бер һәм һуңғы тапҡыр Үҙ ҡаны менән инде һәм кешеләр өсөн мәңгелек ҡотолоу алды.


Сөнки Мәсих кеше ҡулы менән күктәге ысын Изге йортҡа оҡшатып ҡына төҙөлгән ерҙәге Изге йортҡа түгел, ә беҙҙең өсөн Алла алдында баҫырға тип, күктең үҙенә инде.


Ул, күккә ашып, мөһим урынҙа, Алланың уң яғына ултырған, һәм Уға барлыҡ фәрештәләр ҙә, күктәге хакимлыҡтар ҙа, ҡөҙрәттәр ҙә буйһонған.


Балаларым, һеҙгә яҙам, сөнки һеҙҙең гонаһтарығыҙ Ғайса арҡаһында кисерелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ