Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 6:17 - Инжил

17 Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шуға күрә Алла, вәғәҙә ителгәнде аласаҡ кешеләргә Үҙ ниәтенең үҙгәрешһеҙ буласағын тағы ла асығыраҡ күрһәтеү өсөн, уны ант итеп раҫлаған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 6:17
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.


Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.


Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.


Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ – Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ.


Һәммәһен дә Үҙ ниәте һәм ихтыяры менән Булдырыусы Алла, Үҙенең маҡсаты буйынса алдан билдәләп, беҙҙе Мәсих аша вариҫтары итеп ҡуйҙы.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ерҙә сатырҙа йәшәп, килмешәк булып килеп урынлашҡан. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуб та изге сатырҙа йәшәй. Уларға ла уның менән бергә шул уҡ мираҫ вәғәҙә ителгән була.


Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.


Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк зат менән ант итәләр, ул ант әйтелгәнде раҫлай һәм һәр төрлө бәхәстәргә сик ҡуя.


Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, яҡтылыҡтар Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтылыҡ күләгәгә әйләнмәйәсәк.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм Батшалыҡты мираҫ итеп алһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы


Шулай уҡ, ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙға, уларҙың көсһөҙ зат икәнен иҫкә алып, иғтибарлы булығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы хөрмәт итегеҙ, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк Алланан тормош бүләге алды бит. Шулай итеп, доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ