Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 6:12 - Инжил

12 Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Ялҡау булмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек аша үҙҙәренә вәғәҙә ителгәнде алыусылар өлгөһөнә эйәрегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 6:12
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке.


Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ һәм ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белә инең бит!


Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр.


Ә уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар түҙемлек күрһәтеп уңыш килтерә.


Тырышлығығыҙҙы һүлпәнәйтмәгеҙ, Изге Рух менән янып тороғоҙ, Раббыға хеҙмәт итегеҙ.


сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,


Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы.


Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.


Шунлыҡтан, әле кисергән бөтөн эҙәрлекләүҙәр һәм бөтөн ғазаптар эсендә ҡаҡшамауығыҙ һәм һаҡлап ҡалынған тоғролоғоғоҙ өсөн Алла берҙәмлектәренең барыһы алдында ла һеҙҙең менән маҡтанабыҙ.


Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?


Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк.


Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.


Һәм Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған.


сөнки һеҙ иманығыҙ һыналыуының сыҙамлыҡ булдырыуын беләһегеҙ.


Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,


Быны, мәңгелек тормошто, беҙгә Мәсих Үҙе вәғәҙә иткән.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыста табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ