Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 6:1 - Инжил

1-2 Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1-2 Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең башланғыс өлөшөн ҡалдырып, камилырағына күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 6:1
50 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уныһы иһә: «Эшләгем килмәй», – тигән, ләкин бер аҙҙан кире уйлап, киткән.


Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, ләкин һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


– Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Шул ваҡыттан алып Ғайса: – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.


Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған.


Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.


Улар юлға сығып, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп йөрөнөләр,


ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән.


Ғайса көслө тауыш менән: – Миңә инанған кеше Минең Үҙемә түгел, ә Мине Ебәреүсегә инана, – тине. –


– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.


Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.


Шулай итеп, хәҡиҡәтте белмәйенсә йәшәгән замандарҙы Алла ғәйеп итмәне, ләкин хәҙер Ул бөтә ерҙәге барлыҡ кешеләргә тәүбә итергә әмер бирә.


– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.


һәм тәүҙә Дамаск һәм Иерусалим кешеләренә, унан бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә һәм йәһүд булмаған башҡа халыҡтарға вәғәз һөйләнем. Мин уларҙы тәүбә итеп Аллаға табан боролорға, тәүбәгә килеүҙәрен күрһәтә торған лайыҡлы эштәр ҡылырға саҡырҙым.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ.


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.


Алла ихтыяры менән көйөнөү бер ҡасан да үкенмәй торған ҡотолоуға илтеүсе тәүбәгә килтерә, быға үкенергә кәрәкмәй; ә был донъя килтергән көйөнөү иһә үлемгә илтә.


Һеҙ яман эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле инегеҙ,


беҙҙе, яман эштәребеҙ арҡаһында үлеләрҙе, Мәсих менән бергә терелтте. Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ.


Алланың изге халҡын хеҙмәт итеүгә әҙерләү, Мәсих тәнен – имандаштар берҙәмлеген – үҫтереү өсөн эшләне Ул быны.


Беҙ тик Мәсих тураһында ғына вәғәзләйбеҙ. Һәр кемде Мәсихтә рухи яҡтан үҫтереп, Алла алдына ҡуйыу өсөн, һәр береһенә бар зирәклегебеҙ менән нәсихәт бирәбеҙ һәм өйрәтәбеҙ.


Был сифаттарҙың бөтөнөһөнә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк.


Һеҙгә Ғайса Мәсихтең ҡоло, яҡташығыҙ Эпафрас та сәләм тапшыра. Һеҙ Алланың тулы ихтыярынса рухи йәһәттән үҫешкән һәм иманда ныҡлы булыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып көрәшә ул.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Шулай улар ысын тормошҡа өлгәшер өсөн киләсәккә ныҡлы нигеҙ булырлыҡ ысын хазина туплар.


Ләкин Алла һалған нигеҙ ныҡлы, унда бындай һүҙҙәр яҙылған: «Раббы Үҙенекеләрҙе белә» һәм: «Раббының исемен телгә алған һәр кем яуызлыҡтан ситләшһен».


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.


Шулай итеп, әгәр камиллыҡҡа өлгәшеү Левий руханилығы хеҙмәте аша булһа, – сөнки ҡанун халыҡҡа уның нигеҙендә бирелгән, – Һарун кеүек түгел, ә Мәлик-Садиҡ кеүек икенсе Руханиҙың килеүенә ихтыяж булыр инеме һуң?


Мәсих ҡанының көсө ни тиклем ҙур! Ул бит мәңгелек Рух аша Үҙен Үҙе саф ҡорбан рәүешендә Аллаға тапшырҙы. Беҙ мәңге тере Аллаға хеҙмәт итә алһын өсөн, Уның ҡаны беҙҙең выжданыбыҙҙы үлемгә илткән эштәрҙән арындырыр.


Ә был сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм Ғайса Мәсих аша һеҙҙе Үҙенең мәңгелек данына саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк.


Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әгәр бер-беребеҙҙе яратабыҙ икән, Алла беҙҙә йәшәй һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ