Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 5:7 - Инжил

7 Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға, күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ерҙә йәшәгән сағында Ғайса Үҙен үлемдән ҡотҡара аласаҡ Аллаға күҙ йәштәре менән илап һәм ҡысҡырып, үтенеп доға ҡылды. Оло ихтирамы арҡаһында Уның үтенесе Аллаға барып ишетелде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 5:7
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән: – Или, Или, лама савахфани? – йәғни «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.


Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лама савахфани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.


Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, йән бирҙе.


Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне.


Тауышымды һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде бында баҫып торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!


Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күккә күтәрелеп ҡараны ла: – Атам! Минең ваҡытым етте. Улың Һинең данлы бөйөклөгөңдө күрһәтһен өсөн, Улыңдың бөйөклөгөн күрһәт, – тине. –


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.


Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Мәсих арҡылы атҡарылған Алла ихтыяры буйынса беҙ Ғайса Мәсихтең тәне бер тапҡыр һәм мәңгегә ҡорбан ителеүе менән изгеләндерелдек.


Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Беҙгә ҡаҡшамаҫ батшалыҡ бирелә, шуға күрә рәхмәтле булайыҡ һәм ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға яраҡлы итеп башыбыҙҙы эйәйек һәм Уға хеҙмәт итәйек,


Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – һеҙ уның килере тураһында ишеткән һәм хәҙер инде донъяла булған Мәсих дошманының рухы.


Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты. Ундайҙар – ялғансы һәм Мәсихтең дошмандары.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ