Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 5:14 - Инжил

14 Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәр өсөн, уларҙың тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Ҡаты ризыҡ иһә өлкәндәргә ҡулай, тормош тәжрибәһе уларҙы яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырыр һиҙгерлеккә өйрәткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 5:14
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.


Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.


Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, беҙҙең мираҫыбыҙҙың Алланың изге халҡы араһында ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт


Был төҙөлөш бөтөнөбөҙ ҙә иманда һәм Алла Улын танып белеүҙә берҙәм булғанға тиклем дауам итәсәк. Шулай итеп, беҙ барыбыҙ ҙа рухи яҡтан камиллашҡан һәм булмышыбыҙ менән Мәсих кимәленә еткән кешеләр булырбыҙ.


Шуға ла, арабыҙҙан рухи яҡтан үҫешкәндәр, шундай уҡ фекерҙә булайыҡ. Әгәр берәй нәмә тураһында башҡаса фекер йөрөтһәгеҙ, Алла уны һеҙгә асып бирер.


Аллананмы, түгелме икәнен белеү өсөн барыһын һынағыҙ, яҡшылыҡты тотоғоҙ.


Алланы һанға һуҡмаған кешеләрҙән һәм бисә-сәсәләрҙең уйҙырма хәбәрҙәренән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер.


Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.


Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ