Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 5:12 - Инжил

12 Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Һеҙ күптән инде үҙегеҙ өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙҙе һаман Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтергә кәрәк. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 5:12
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.


– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!


Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.


Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған.


Әммә берҙәмлектә бер кем дә аңламаған ун меңләгән һүҙ әйтеүгә ҡарағанда, башҡаларға нәсихәт биреү өсөн аҡыл менән биш һүҙ әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.


Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын, яманлыҡҡа ҡарата сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек.


Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.


Мәсих һүҙе һеҙҙә муллыҡ менән урынлашһын, бер-берегеҙҙе бөтөн зирәклек менән өйрәтегеҙ һәм нәсихәт итегеҙ, мәҙхиәләр, маҡтаулы шиғырҙар һәм рухи йырҙар йырлап, күңелегеҙҙән Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Алла яҡтылығы һеҙҙе яңы ғына яҡтыртҡандан һуң булып үткән көндәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ ул саҡта ғазаптарға ҡаршы көрәшеүҙә ныҡ тора инегеҙ.


Был турала күберәк тә һөйләй алыр инек, ләкин беҙ һөйләгәндәрҙе ауыр аңлай башланығыҙ, шунлыҡтан аңлатыуы ҡыйын.


Һөт менән туҡланған кеше хаҡ менән ялған араһындағы айырманы һиҙә алмай, сөнки ул – сабый.


Шуға күрә Мәсих тәғлимәтенең ошо башланғыс өлөштәрен ҡалдырып, камиллыҡҡа күсәйек. Үлемгә килтереүсе эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға инаныуға, шулай уҡ һыуға сумдырыу йолаларын өйрәтеү, фатихалап баштарына ҡулдарын ҡуйыу, үлгәндәрҙең терелеүе һәм мәңгелек хөкөм тураһындағы тәғлимәткә яңынан нигеҙ һалмайыҡ.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Кемгәлер һөйләү оҫталығы бирелгән икән, Алланан килгән һүҙҙәр менән һөйләһен; кемгәлер хеҙмәт итеү оҫталығы бирелгән икән, Алла биргән көс менән хеҙмәт итһен. Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша һәр ниҙә Алла данланыр. Мәсихкә мәңгенән-мәңгегә дан һәм ҡөҙрәт булһын! Амин!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ