9 Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле.
Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.
Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алайым һәм яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торһон өсөн халҡын таҙарындырайым тип, Үҙен беҙҙең хаҡҡа ҡорбан итте.
Гонаһтан ҡыҫҡа ваҡытлы ләззәт алыуға ҡарағанда Алла халҡы менән бергә ғазап кисереүҙе өҫтөнөрәк ҡуя.
Шуның өсөн нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем».
Алланың ял биреү урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла һеҙҙең берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, һаҡ булайыҡ.
Алланың ял биреү урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк.
Беҙ иһә ышаныуыбыҙ менән Алланың ял биреү урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „улар бер ҡасан да Минең ял биреү урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.
Ешуа уларҙы ял биреү урынына килтергән булһа, Алла башҡа, бынан һуң тыуыр ниндәйҙер икенсе көн тураһында әйтмәҫ ине.
Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.
Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.
Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.