Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 4:16 - Инжил

16 Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу рәүештә барайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 4:16
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыу юлы бар.


Беҙ Мәсихкә инаныу аша тәүәккәл һәм ышаныслы рәүештә Аллаға яҡынлаша алабыҙ.


Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, мин бер ниҙән дә ҡурҡмаясаҡмын. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» – тип әйтә алабыҙ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Сөнки ҡанун бер нәмәне лә камиллыҡҡа алып барып еткермәне, уның урынына беҙгә яҡшыраҡ нәмә – өмөт бирелде. Уның аша беҙ Аллаға яҡынлайбыҙ.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Ә һандыҡ өҫтөндә – гонаһтарҙы юйыу урыны тип аталған ҡапҡас, уның ике яғынан Алла данын сағылдырған күктәге ҡанатлы заттарҙың һындары ҡуйылғайны. Ул хаҡта хәҙер ентекләп һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ.


Элегерәк һеҙ хатта халыҡ түгел инегеҙ, ә хәҙер Алла халҡы булдығыҙ. Ҡасандыр һеҙгә шәфҡәт күрһәтелмәгәйне, хәҙер иһә шәфҡәт күрһәтелде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ