Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 4:15 - Инжил

15 Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 4:15
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғәҙеллекте еңеүгә еткергәнгә тиклем, Ул сатнаған ҡамышты ла һындырып төшөрмәҫ, быҫҡып ятҡан филтәне лә һүндермәҫ.


Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.


Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ


Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үткән, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашамаған һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡҡан.


Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ?


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Руханийыбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ үҙебеҙ тотҡан иманда ныҡ торайыҡ.


Ундай баш рухани белемһеҙҙәрҙе лә, тура юлдан тайпылыусыларҙы ла аңлай ала, сөнки ул үҙе лә көсһөҙлөккә дусар булған.


Беҙгә тап шундай Баш Рухани кәрәк тә инде: изге, ғәйепһеҙ, саф, гонаһлыларҙан айырылған һәм күктән юғары күтәрелгән.


Мәсих тә, күптәрҙең гонаһтарын Үҙ өҫтөнә алыр өсөн, бер тапҡыр ҡорбан ителеп, икенсе тапҡырға кешеләрҙең гонаһтарын бөтөрөү өсөн түгел, ә Уны көткәндәрҙе ҡотҡарыу өсөн киләсәк.


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, һәм Уның телендә мәкерлек табылманы».


Мәсихтең кеше гонаһтарын алып китер өсөн килеүен һеҙ беләһегеҙ. Ә Уның Үҙендә гонаһ юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ