19 Тимәк, унда ышанмауҙары өсөн инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.
19 Шулай итеп, ышанмағандары өсөн унда инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.
Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк.
Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.
Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.
Әммә юлдан тайпылғандар ҙа, иманһыҙ булыуҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә.
шул арҡала, хәҡиҡәткә ышанмайынса, ғәҙелһеҙлектән кинәнеүселәр бөтөнөһө лә хөкөм ителер.
Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын.
Алла Улына инаныусының күңелендә ошо шаһитлыҡ бар. Аллаға инанмаған кеше Уны ялғансы итеп күрһәтә, сөнки ул кеше Алланың Үҙ Улы хаҡында биргән шаһитлығына ышанмаған.
Быларҙың барыһын да белһәгеҙ ҙә, хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем: Раббы халыҡты Мысырҙан алып сығып ҡотҡарһа ла, араларындағы ышанмаған кешеләрҙе аҙаҡ һәләк иткән.