Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 3:14 - Инжил

14 Сөнки беҙ – Мәсихтең хеҙмәттәштәре, тик беҙгә баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торорға кәрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 3:14
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта


Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың.


Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.


Икмәк берәү, һәм беҙ, күмәк булһаҡ та, бер тәнде тәшкил итәбеҙ, сөнки бер икмәкте уртаҡлашабыҙ.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына башҡарам.


Был сер шунан ғибәрәт: Ғайса Мәсихтә, Һөйөнөслө Хәбәр аша, йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар бер тәндең ағзалары, Алла биргән вәғәҙәне уртаҡлашыусылар һәм вариҫтар.


Хужалары иманлы булған осраҡта, имандаш булғанлыҡтан, ҡолдар уларға кәмһетеп ҡарарға тейеш түгел, киреһенсә, тағы ла күберәк хеҙмәт итергә бурыслы, сөнки хеҙмәттән файҙа алыусы хужалар – иман тотоусылар һәм ҡәҙерле имандаштар. Быларҙы өйрәт һәм нәсихәт ит.


Иман – ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс һәм күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау.


Атайҙарыбыҙ беҙҙе күпмелер ваҡыт үҙҙәре белгәнсә тәрбиәләне, ә Алла – үҙ файҙабыҙ хаҡына, беҙ Уның изгелегендә ҡатнаша алһын өсөн тәрбиәләй.


Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Руханийы Ғайса тураһында фекер йөрөтөгөҙ.


Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Ул булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.


Һәр берегеҙҙең аҙаҡҡа тиклем, өмөтөгөҙ тулыһынса тормошҡа ашҡанға тиклем шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ.


Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан,


Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.


Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ бөйөклөктө уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәргә мөрәжәғәт итәм:


Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ