Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Еврейҙарға 2:9 - Инжил

9 Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтөнөһө хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды, тик үлем кисереүе менән дан һәм хөрмәт тажына кейенгәйне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Еврейҙарға 2:9
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Ниңә кейем өсөн борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығын күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.


Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.


Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм.


Мин, ерҙән күтәрелгәс, барлыҡ кешеләрҙе Үҙемә тартасаҡмын.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.


– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә күтәрелде һәм Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.


Шулай итеп, берәүҙең енәйәте бөтөн кешеләргә хөкөм килтергән кеүек, Берәүҙең хаҡ эше барлыҡ кешеләргә аҡланыу һәм тормош килтерә.


Әммә Алла беҙгә Үҙ мөхәббәтен шулай иҫбат итте: Мәсих, гонаһлы булған сағыбыҙҙа уҡ, беҙҙең өсөн үлде.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.


Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?


Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде.


Беҙ Мәсих аша Алла алдында хаҡ тип иғлан ителә алһын өсөн, Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн ғәйепте гонаһһыҙ Мәсих өҫтөнә һалды.


Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.


бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.


– Һин хаҡлыҡты һөйҙөң, яуызлыҡты күрә алманың. Шуның өсөн Алла, Һине шатлыҡ майы менән майлап, хеҙмәттәштәреңә ҡарағанда Үҙеңде юғарыраҡ ҡуйҙы», – ти.


Шуға күрә Мәсих донъяға килгәс былай тине: «Һин ҡорбандар ҙа, бүләктәр ҙә теләмәнең, ләкин Минең өсөн тән әҙерләнең.


Енох иман аша был донъянан үлем кисермәйенсә алынған. Уны бер ерҙән дә таба алмайҙар, сөнки уны Алла Үҙе янына ала. Уның тураһында: «Үҙенең янына алынғанға тиклем үк Алла уның менән ҡәнәғәт булған», – тип әйтелә.


Иманда беренсе булып барыусы һәм уны камиллыҡҡа еткереүсе Ғайсанан күҙ яҙлыҡтырмайыҡ. Ул, хурлығына иғтибар итмәйенсә, киләсәктә юлында көткән шатлыҡ хаҡына арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды һәм Алла тәхетенең уң яғына ултырҙы.


Һин уны бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың; уға дан һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең,


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Һәр баш рухани бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Руханийыбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙҙың, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтөн донъя гонаһтарының кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан итте.


Уның күҙҙәре ут ялҡыны кеүек, ә башында – бик күп таждар. Уға Үҙенән башҡа бер кем белмәй торған исем яҙылған.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ